05:30 (UTC+5), 15 Декабря 2017

Владимир Путин телдәр хаҡында: «Милли мәсьәлә өлкәһендә бер ниндәй киҫкенлек юҡ»

"Первый канал" он-лайн трансляцияһынан скриншот
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. «Милли мәсьәлә өлкәһендә бер ниндәй киҫкенлек юҡ», — тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин ҙур матбуғат конференцияһында мәктәптәрҙә милли телдәрҙе өйрәнеү буйынса һорауға яуап биреп.
«Маҡсатыбыҙ – бөтә балаларға ла, Рәсәй Федерацияһының ниндәй биләмәһендә йәшәүенә ҡарамаҫтан, киләсәк тормошо өсөн бер тигеҙ башланғыс шарттар булдырыу, — тип билдәләне дәүләт башлығы. — Кешеләрҙең милли телдәрҙе белеүе – ул бик мөһим тип уйлайым. Халыҡты татар, мари, чечен, яҡут телдәрен генә түгел, туған телдәрен өйрәнеү мөмкинлеге менән тәьмин итергә кәрәк. Хоҙайға шөкөр, бындай телдәр беҙҙә байтаҡ. Мәҙәни һәм тел төрлөлөгө – был беҙҙең ғорурлығыбыҙ һәм байлығыбыҙ. Уға, бер һүҙһеҙ, булышлыҡ итергә кәрәк».
http://www.bashinform.ru/news/1093006-vladimir-putin-o-yazykakh-ya-schitayu-chto-u-nas-net-nikakoy-ostroty-v-sfere-natsionalnogo-voprosa/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика