11:03 (UTC+5), 15 Декабря 2017

Рөстәм Хәмитов «Манатау» тау саңғыһы проектын хупланы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың граждандарҙы ҡабул итеүе барышында Иглин районы фермеры Шамил Зарипов Манатау ауылы янындағы урындың туризмды үҫтереү өсөн уңайлы булыуы хаҡында һөйләне.
Бер нисә йыл элек сит ил инвесторы бында тау саңғыһы комплексын төҙөргә ниәтләгән. Ләкин 2010 йылда ташҡын осоронда Ләмәҙ йылғаһы аша күперҙең емерелеүе сәбәпле проект тормошҡа ашмай ҡала.
2010-2011 йылдарҙа бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә яңы күпер һалына башлай, аҡса етмәгәнлектән, төҙөлөш туҡтатыла. Әле объект буйынса проект документацияһы юҡ, эштәрҙе дауам итеү байтаҡ – 50 миллион һумдан ашыу аҡса талап итә.
Төбәк башлығы М-5 трассаһынан Манатау ауылына тиклемге юлдың торошо менән ҡыҙыҡһынды. Шамил Зарипов әйтеүенсә, 22 саҡрымдан 6 саҡрымына ғына асфальт түшәлгән.
Фермер ошо урындың фотоһүрәттәрен күрһәтте.
– Мин тау саңғыһы үҙәге өсөн аҡса һорамайым, – тине фермер. – Юл һәм күпер булһа, үҙенән-үҙе үҫешер. Географик яҡтан ҡарағанда, был – бик ҡыҙыҡлы урын. 1-2 саҡрым оҙонлоҡтағы биш-алты трасса һалырға мөмкин. Потенциаль инвестор бар.
Башҡортостан Башлығы «нулдән» тау саңғыһы курорттарының киләсәге һәйбәт, сөнки заманса алымдарҙы проектлау этабында уҡ ҡулланырға мөмкин булыуын билдәләне.
Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенә күпер һалыуҙы тамамлау мөмкинлеген ҡарарға һәм «Манатау» проектының перспективаларын, шул иҫәптән тау саңғыһы комплексын асыу йәһәтенән, өйрәнергә ҡушты.
http://www.bashinform.ru/news/1093277-rustem-khamitov-podderzhal-gornolyzhnyy-proekt-managore/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика