04:00 (UTC+5), 15 Декабрь 2017

Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 14 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте. Ике сәғәтлек әңгәмә барышында төбәк етәксеһе республикала йәшәүселәр менән социаль өлкә, инфраструктураны һәм туризмды үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Ҡабул итеү йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Хөкүмәтенә, республика министрлыҡтарына һәм ведомстволарға тейешле йөкләмәләр бирелде.
Атап әйткәндә, Архангел районында йәшәүсе Айгөл Усманова республика Башлығы менән төбәктә ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Бер нисә ай элек ул «Тамыр-102» ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы ойошторған. Ул Архангел, Ғафури, Ейәнсура, Ҡырмыҫҡалы һәм Өфө райондары крәҫтиән фермер хужалыҡтары етәкселәрен берләштерә. Кооператив мал-тыуар, йылҡы үрсетеү, ит эшкәртеү һәм деликатес ризыҡтар сығарыу менән шөғөлләнә. «Тамыр-102» кооперативы Ауыл хужалығы хеҙмәткәре көнөнә арналған күргәҙмәлә республика етәксеһенә үҙ продукцияһын тәҡдим итте.
Әңгәмә барышында Айгөл Усманова ауыл хужалығы предприятиеһының пландары хаҡында һөйләне һәм республика Башлығынан производствоны үҫтереүгә грант алыуҙа булышлыҡ итеү үтенесен белдерҙе. Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановҡа дәғүәсегә гранттар биреү механизмын ентекләп аңлатырға, мөмкин булған дәүләт һәм башҡа ярҙам алымдарын өйрәнергә йөкләмә бирҙе.
http://www.bashinform.ru/news/1093202-rustem-khamitov-provyel-lichnyy-priyem-grazhdan/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика