04:30 (UTC+5), 15 Декабря 2017

Өфө авиация университетына федераль инновацион майҙансыҡ статусы бирелде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы бойороғо менән Өфө дәүләт авиация техник университетына 2023 йылға тиклем федераль инновацион майҙансыҡ статусы бирелде. Юғары уҡыу йорто тәүгә бындай статусҡа эйә булды. Өфө дәүләт авиация техник университеты – 77 федераль инновацион майҙансыҡ исемлегенә ингән Башҡортостандың берҙән-бер юғары уҡыу йорто.
Өфө авиация университеты илдең алдынғы 20 вузына ингән, улар араһында Белгород дәүләт милли тикшеренеүҙәр университеты, Себер федераль университеты, Новосибирск дәүләт милли тикшеренеүҙәр университеты.
Федераль инновацион майҙансыҡтар булдырыуҙың маҡсаты: Рәсәй Федерацияһының төп социаль-иҡтисади үҫеш йүнәлештәрен иҫәпкә алыу менән мәғариф системаһын яңыртыуҙы һәм үҫтереүҙе тәьмин итеү, мәғариф өлкәһендә Рәсәй Федерацияһында дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен тормошҡа ашырыу.
Федераль инновацион майҙансыҡтар селтәре эшмәкәрлеге менән министрлыҡ махсус рәүештә ойошторған орган – Мәғариф өлкәһендә инновацион инфраструктура булдырыу һәм уның эшләү һорауҙары буйынса координация советы идаралыҡ итәсәк.
http://www.bashinform.ru/news/1092914-ufimskiy-aviatsionnyy-universitet-poluchil-status-federalnoy-innovatsionnoy-ploshchadki/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика