02:30 (UTC+5), 14 Декабря 2017

Яңы йыл каникулдары: нисә көн ял итәбеҙ һәм ҡасан эшкә сығабыҙ

sops96.ru
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Эш аҙнаһы ҡыҙған мәлдә «Башинформ» агентлығы Яңы йылда һәм 2018 йылда ғинуар байрамдарында нисек ял итеүебеҙ хаҡында хәтергә төшөрөргә булды. Рәсәй Хеҙмәт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй, шулай иҫәптән Башҡортостан халҡы өсөн алдағы яңы йыл каникулдары теүәл ун көн дауам итәсәк. Ял көндәрен күсереү менән иҫәптә байрам оҙонлоғо былай килеп сыҡты: 2017 йылдың 30 декабренән 2018 йылдың 8 ғинуарына тиклем. Йәғни, күптәребеҙ шишәмбе, 9 ғинуарҙа, эшкә сыға. Тимәк, яңы йылда тәүге эш аҙнаһы ҡыҫҡа була.
2018 йылда рәсәйҙәрҙе 26 байрам көнө көтә. Ул – Ватанды һаҡлаусылар көнө менән тап киләсәк өс көн 23-25 февралдә, Рәсәй көнөнә тура киләсәк өс көн 10-12 июндә һәм тағы өс көн Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә бәйле 3-5 ноябрҙә.
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән бәйле 8-11 мартта Рәсәй халҡы дүрт көнлөк отпускта була.
Май байрамдарына биш ял көнө ҡаралған: 29 апрелдән 2 майға саҡлы һәм 9 май – Еңеү көнө.
Графикка ярашлы ял көндәре шәмбе 6 ғинуарҙан йома 9 мартҡа; йәкшәмбе 7 ғинуарҙан шаршамбы 2 майға; шәмбе 28 апрелдән дүшәмбе 30 апрелгә; шәмбе 9 июндән дүшәмбе 11 июнгә; шәмбе 29 декабрҙән дүшәмбе 31 декабргә күсерелә. Шул рәүешле, 2018 йылда өс шәмбе – 28 апрель, 9 июнь һәм 29 декабрь эш көнө.
http://www.bashinform.ru/news/1092126-novogodnie-kanikuly-skolko-budem-otdykhat-i-kogda-na-rabotu-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика