10:50 (UTC+5), 14 Декабря 2017

Төбәк халҡын елдең көсәйеүе хаҡында иҫкәрттеләр

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Республика халҡын елдең көсәйеүе хаҡында иҫкәртте Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығы Башгидрометүҙәк синоптиктары мәғлүмәттәренә һылтанып. Ведомство матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, кесе йома, 14 декабрҙә, төбәктә елдең көньяҡ һәм көньяҡ-көнбайыштан секундына 17 метрға тиклем тиҙлектә иҫеүе көтөлә.
«Ел көсәйгән осраҡта тәү сиратта электр селтәрҙәре һәм ҡорамалдарҙың, йәшәгән йорттарҙа йылытыу мейестәренең торошон тикшерергә кәрәк. Эске һәм тышҡы янғынға ҡаршы һыу тәьминәтенең, телефон элемтәһенең төҙөклөгөн булдырырға, янғынға ҡаршы кәрәкле инвентарҙы әҙерләргә кәңәш ителә. Электр тапшырыу линиялары аҫтында тороу һәм өҙөлгән электр сымдарына яҡын барыу ғүмер өсөн хәүефле», — тип аңлатты ҡотҡарыусылар.
Шулай уҡ Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы балкондарҙан һәм тәҙрә тупһаларынан әйберҙәрҙе алып ҡуйырға, тәҙрә янында тормаҫҡа кәңәш итә. Водителдәргә һәм йәйәүлеләргә иғтибарлы булыу зарур: авариялар ихтималлығы арта.
Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда, электр тапшырыу линиялары өҙөлгәндә, электрҙа өҙөклөк булғанда ҡотҡарыусылар ҡала телефонынан – 01, мобиль телефондан – 101 һандарына шылтыратырға ҡуша.
http://www.bashinform.ru/news/1092624-zhiteley-bashkirii-predupredili-ob-usilenii-vetra-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика