09:21 (UTC+5), 14 Декабрь 2017

Шифаханаларҙы хосусилаштырыу күҙалланмай, беҙ уларҙы үҫтереү маҡсатын ҡуйғанбыҙ — Евгений Гурьев

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. «Шифаханаларҙы хосусилаштырыу күҙалланмай. Беҙ үҙебеҙҙең йәки республика ҡаҙнаһы аҡсаһы иҫәбенә уларҙың эшен әүҙемләштереү һәм үҫтереү маҡсатын ҡуйғанбыҙ», — тип һөйләне Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры — ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев «Рәсәй Башҡортостан радиоһы»ның «Студия ҡунағы» тапшырыуында.
Уның билдәләүенсә, 2017 йылда төбәктәге барлыҡ шифаханалар дәүләт унитар предприятиеларҙан акционерҙар йәмғиәте йә иһә яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тип үҙгәртелде. «Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса беҙ ошонда туҡтаныҡ, артабан һатыу йәһәтенән», — тип өҫтәне ул.
Мәҫәлән, республиканың Ҡырымдағы шифаханаһын «Янғантау» шифаханаһы балансына индерергә хәл ителгән, ул, үҙ сиратында, йә филиал, йә иһә бүлендек йәмғиәт асып, үҙ иҫәбенә Ҡырымда балаларҙы дауалауҙы үҫтерергә тейеш. «Янғантау» өсөн дә үҫеш программаһы ҡаралған: яңы корпус, ошонда эшләгән табиптар өсөн йорттар һалыу күҙаллана. Евгений Гурьев белдереүенсә, республика шифаханаларҙы үҙаллы үҫтерә ала. Бының өсөн көс тә, аҡса ла етә.
14 декабрҙә Магнитогорск металлургия комбинатынан «Ҡайынҡай» шифаханаһын һатып алыу буйынса килешеү төҙөлдө, ул иһә «Яҡтыкүл» балансына ҡабул ителде. «Башҡортостан Республикаһы өсөн был — өҫтәмә эш урындары, халыҡ, йәшәүҙән тыш, дауаланыу мөмкинлегенә лә эйә була. Магнитогорск металлургия комбинаты һатыуҙан килгән аҡсаны Яҡтыкүлдең, Абҙаҡтың инженер структураһына, ошо комплекстарға илткән юлдарға инвестицияларға йөкләмә алды», — тип өҫтәне вице-премьер.
http://www.bashinform.ru/news/1092566-privatizatsii-sanatoriev-ne-planiruetsya-my-natseleny-na-ikh-razvitie-evgeniy-gurev/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика