06:30 (UTC+5), 13 Декабря 2017

Шаран районында етем балаларға фатир асҡыстарын тапшырҙылар

Шаран районы хакимиәте
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Бөгөн Шаран районы хакимиәтендә етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға фатир асҡыстарын тапшырыу тантанаһы үтте. Шаран районы хакимиәте башлығы Илгиз Сәмиғуллин ете торлаҡ хужаһына көтөп алған фатир асҡыстарын тапшырҙы. Фатирҙар Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы закондарына ярышлы бирелде һәм ҙурлығы буйынса стандарт 33 квадрат метрҙан ашып китә.
«Бөгөн һеҙҙең өсөн мөһим һәм күптән көтөп алынған көн, һеҙ уны бер нисә йыл көттөгөҙ. Был ваҡиғаның Яңы йыл алдынан булыуы үтә ҡыуаныслы. Етем балаларға фатир бүлеү дәүләт программаһы Рәсәйҙә лә, республикала ла өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора. 2012 йылдан бирле 46 фатир тапшырҙыҡ. Бөгөн һеҙҙең киләсәгегеҙ башланды, был артабанғы тормошоғоҙҙоң нигеҙе. Һеҙгә хәҙер инде үҙ йорттарығыҙҙа ғаилә бәхете теләйем», — тине район башлығы.
Үҙ сиратында, ҡарауға алған ата-әсәләр район хакимиәтенә, төҙөүселәргә һәм был шатлыҡлы ваҡиғаға ҡыҫылышы булғандарҙың барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә.
http://www.bashinform.ru/news/1092090-v-sharanskom-rayone-bashkirii-vruchili-klyuchi-ot-kvartir-detyam-sirotam/
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика