08:30 (UTC+5), 13 Декабря 2017

Республикала Ҡыш бабайҙың ҡунаҡ тирмәләре менән яңы йыл проекты эшләй башланы

yurtadm.ru
yurtadm.ru
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. «Ғәжәйеп, яңы йылса Башҡортостан-2018» проекты эшләй башланы, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитетында. Быйыл биш ҡунаҡ тирмәһе ҡуйыла: Өфөлә, Бөрөлә, Стәрлетамаҡта, «Ҡандракүл» һәм «Абҙаҡ» тау саңғыһы комплекстарында.
Ҡыш бабай тирмәләр буйлап йөрөй һәм байрам сараларында ҡатнаша башланы. 10 декабрҙә сара «Ҡандракүл» тау саңғыһы үҙәгендә үтте. 15 декабрҙә байрам Бөрөләге «Аврора» кинотеатрында иртәнге сәғәт 12-лә башлана. 16 декабрҙә көндөҙгө 4-тә Стәрлетамаҡтағы Гагарин исемендәге паркта ҡунаҡ тирмәһе менән таныштырыу үтә.
17 декабрҙә иртәнсәк Ҡыш бабай «Урал легендаһы» поезында Абҙаҡҡа юл тота. Был ҡунаҡ тирмәһендә саңғы, коньки, сноуборд менән спорт байрамы ойошторола.
18 декабрҙә Ҡыш бабай Өфөләге үҙәк ҡунаҡ тирмәһенә килә, 24-ендә республиканың көньяҡ райондарына юл ала. Расписание асыҡлана әле, тип аңлаттылар дәүләт комитетында.
http://www.bashinform.ru/news/1091758-v-bashkirii-zapustilsya-novogodniy-proekt-s-gostevymi-yurtami-deda-moroza/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика