12:04 (UTC+5), 13 Декабря 2017

Өфөләге почтамт мәҙәниәт ҡомартҡыларының федераль реестрына индерелде

wikimapia.org
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 1930 йылдарҙа төҙөлгән Өфө почтамты «Элемтә йорто» тигән элекке исеме аҫтында Рәсәй Федерацияһының тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары реестрына индерелде. Был хаҡта Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡтың бойороғонда хәбәр ителә. Бойороҡ ҡомартҡының аныҡ координаталарын, бинаның тышҡы йөҙөн һәм мөһим архитектура элементтарын, шулай уҡ ҡомартҡыны файҙаланыу режимын билдәләй.
Архитектор Николай Зарубиндың проекты буйынса төҙөлгән бина Ленин менән Коммунистик урамдары мөйөшөндә урынлашҡан. Сергей Синенко блогында хәбәр ителгәнсә, төҙөлөш 1930 йылда башлана һәм финанслау мәсьәләһе арҡаһында һигеҙ йылға һуҙыла. Элемтә йортон төҙөү ҡалаға ул мәлдәге хаҡтар буйынса 2,5 миллион һумға төшә.
Бөйөк Ватан һуғышы башланған йылда бишенсе ҡаты төҙөлә. Ҡыйығында Коминтерн станцияһының радиовышкаһы ҡуйыла, ул һуғыш йылдарында Европа һәм көнсығыш телдәрендә фашистарға ҡаршы тапшырыуҙар алып бара.
1957 йылда Өфө почтамты үҙенең әлеге исемен ала.
Элемтә йортона күскәнсе Өфөләге почта үҙәге Чернышевский урамынан алыҫ түгел урында — «Сахаров телеграфы» тип йөрөтөлгән йортта урынлашҡан булған. Был ҡомартҡы — шәхси милектә (һәм 200 миллион һумдан ашыу хаҡҡа һатыла).
http://www.bashinform.ru/news/1092275-ufimskiy-glavpochtamt-stal-pamyatnikom-kultury-federalnogo-znacheniya/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика