08:00 (UTC+5), 13 Декабрь 2017

«Башинформ» агентлығы башҡорт теленә машина статистика тәржемәһен ойоштороуҙа ҡатнаша

Рәзинә Шәрипова
Рәзинә Шәрипова
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Башинформ» агентлығы башҡорт теленә машина статистика тәржемәһен ойоштороуҙа ҡатнаша. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтындағы Башҡорт теленең машина фонды хеҙмәткәрҙәре мәғлүмәт агентлығына тейешле тәржемә программаһын әҙерләүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте.
«Башҡорт теленә тәржемә итеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының рус телендәге яңылыҡтарына һылтанма ҡуя башлағас эш гөрләп алға китте! Хәҙер һәр яңылыҡ һөйләмләп һүтелә һәм Glosbe бөтә донъя универсаль тәржемә параллель билингваль текстарҙың мәғлүмәттәр базаһына инә», — тип хәбәр иттеләр Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтынан.
Башҡорт теленең машина фонды хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ «Яндекс.Тәржемәсе» ирекмәндәре «Башинформ» агентлығы етәкселегенә эштәрендә ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
http://www.bashinform.ru/news/1091455-agentstvo-bashinform-prinimaet-uchastie-v-sozdanii-mashinnogo-statisticheskogo-perevodchika-bashkirs/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика