07:30 (UTC+5), 13 Декабря 2017

Башҡортостандан 114 уҡыусы Мәскәүгә Кремль шыршыһына бара

Андрей Старостин
Андрей Старостин
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Быйыл Кремлдә Яңы йыл шыршыһы 26 декабрҙә үтә. Башҡортостандан Мәскәүгә 140 кешенән торған делегация бара. Уларҙан 114 кеше 8-13 йәштәге уҡыусы һәм 28-е оҙатып барыусы (педиатрҙар, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар). Юлламалар уҡыу алдынғыларына, олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында, ижади конкурстарҙа еңеүселәргә, активистарға – Рәсәй уҡыусылар хәрәкәте лидерҙарына бирелде. Бынан тыш, төп яңы йыл тантанаһына күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың, хәрби хәрәкәт ветерандарының балалары бара.
Дәүләт Кремль һарайында уҙасаҡ дөйөм Рәсәй яңы йыл шыршыһынан тыш, балалар өсөн Измайлов Кремле һәм башҡа урындар буйлап экскурсия ойошторола.
Был сәфәргә аҡса республика ҡаҙнаһынан бүленә.
25 декабрҙә иртәнсәк делегация Мәскәүгә шыршы байрамына оса, 27 декабрҙә Өфөгә әйләнеп ҡайта, тип аңлаттылар Башҡортостан Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
http://www.bashinform.ru/news/1091626-na-kremlevskuyu-elku-v-moskvu-poletyat-114-shkolnikov-bashkirii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика