07:00 (UTC+5), 12 Декабря 2017

Яңы йыл алдынан Хеҙмәт министрлығы түрәләрҙе бүләк бирергә һәм ҡабул итергә ярамағанлығы хаҡында иҫкәртте

Depositphotos
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Рәсәйҙә түрәләргә бүләк биреү һәм алыу тыйыла. Рәсәй Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдары алдынан бөтә министрлыҡтарға һәм ведомстволарға ошо хаҡта хат ебәреп иҫкәртте.
Хаттарҙы Рәсәй субъекттарының юғары башҡарма власть органдары, федераль дәүләт органдары, бюджеттан тыш дәүләт фондтары һәм дәүләт корпорациялары алды.
Ведомство сайтында билдәләнеүенсә, вазифалы кешегә бүләк алған өсөн ышанысты юғалтыу менән бәйле эштән ҡыуыуға саҡлы яуаплылыҡ ҡаралған. Бүләк ришәүәт булараҡ иҫәпләнһә енәйәт яуаплылығы янай. Протокол саралар, эш командировкалары һәм башҡа рәсми саралар менән бәйле алынған һәм тапшырылырға тейеш бүләктәргә генә ташлама бирелә.
Ведомство етәкселәре тейешле мәғлүмәтте еткереү маҡсатында хеҙмәткәрҙәре менән шәхсән әңгәмәләшергә, был мәсьәлә буйынса ойошмаларҙың рәсми сайттарында хәбәр урынлаштырыу юлы менән аңлатма эштәрен уҙғарырға тейеш.
http://www.bashinform.ru/news/1091461-mintrud-pered-novym-godom-napomnil-chinovnikam-o-zaprete-darit-i-prinimat-podarki/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика