08:13 (UTC+5), 12 Декабрь 2017

Республикала йәшәгән ҡатын ике йылдан һуң үҙенең улын тапты

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостанда йәшәгән ҡатын һуңғы тапҡыр үҙенең өс йәшлек улын ике йыл элек, 2015 йылдың декабрендә күргән. Тап шул ваҡытта уның элекке ире яйлы сәбәп менән улын алып киткән. Малайҙың ҡайҙалығын асыҡлау буйынса күрелгән саралар бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәгән.
Ике йылдан һуң ҡатын Һамар ҡалаһы урамынан үтеп барышлай таныш тауышты ишетеп, әйләнеп ҡарай һәм икенсе ҡатын оҙатыуында йөрөгән улын күреп ҡала. Ошо хәл 13 ноябрҙә була. Был көндө ул Һамарға алмаш график буйынса эшләгән предприятиеға килә. Бәхеткә, ошо ваҡытта полиция капитаны, Рәсәйҙең Һамар ҡалаһы буйынса Эске эштәр министрлығының 2-се полиция бүлеге хеҙмәткәре Маргарита Алексеева эргәлә була. Ғариза биргән ҡатын шунда уҡ уға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә.
Баланы оҙатып йөрөгән ҡатындың сабыйҙың атаһының ҡатыны икәнлеген асыҡлағас, полиция капитаны үҙенең автомобилендә ошо ваҡиғала ҡатнашыусыларҙы бүлеккә алып бара һәм полиция майоры бәлиғ булмағандарҙың эштәре буйынса өлкән инспектор Анна Нәҙершинаға тапшыра. «Балалар полицейскийы» тулҡынланған әсәне тынысландыра, бала менән һөйләшә, документтарҙы тикшерә. Тейешле саралар күрелгәс, сабый әсәһе менән бергә өйөнә ҡайтып китте, тип хәбәр итә Рәсәйҙең Һамар ҡалаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
http://www.bashinform.ru/news/1091487-zhitelnitsa-bashkirii-spustya-dva-goda-nashla-svoego-syna/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика