02:30 (UTC+5), 11 Декабря 2017

Төбәктәге йылға-күлдәрҙә боҙҙоң ҡалынлығын үлсәнеләр: балыҡ тоторға иртә әле

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡышҡы балыҡ тотоу өсөн йылғаларҙағы һәм күлдәрҙәге популяр урындарҙа боҙ ҡалынлығы һөҙөмтәләрен хәбәр итте. Атап әйткәндә, Дуҫлыҡ монументы эргәһендә Ағиҙелдә боҙҙоң ҡалынлығы ни бары 2-5 сантиметр. Сипайлово тирәһендә Ҡариҙел йылғаһында – 2-5сантиметр. Каманың ҡапламы тағы лә нәҙегерәк – 1-2 сантиметр. Киләһе күлдәрҙә боҙ ҡапламы ҡалыныраҡ: Шәмсетдин күлендә – 7-10 сантиметр, Яҡтыкүлдә – 8-10 см, Асылыкүлдә – 7-10 см, Ҡандракүлдә – 5-7 сантиметр. Туймазы (10 см), Павловка (10-12 см) һыу һаҡлағыстарында боҙ ҡалыныраҡ, ә Нөгөштә нәҙегерәк (3-5 см).
10 сантиметрҙан ҡалын булған боҙға ғына сығырға мөмкин, тип иҫкәрттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында. «Боҙҙоң ҡалынлығын уның төҫөнә ҡарап белергә мөмкин: зәңгәр төҫтәге боҙ – ныҡлы, ә бына аҡ төҫтәгеһе ышанысһыҙ. Күкһел, аҡһыл йәки һарғылт төҫтәге боҙҙоң бер ҙә ышаныслығы юҡ – шатырлап тормай емерелә. Тәүлектең ҡараңғы ваҡытында йәки насар күренгәндә боҙға сығыу бөтөнләй тыйыла», — тип аңлатты ғәҙәттән тыш ведомство белгестәре.
http://www.bashinform.ru/news/1090494-v-bashkirii-izmerili-tolshchinu-lda-na-rekakh-i-ozerakh-rybachit-rano/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика