12:08 (UTC+5), 11 Декабрь 2017

Республика биләмәһендә водителдәрҙең штрафтарын тикшереү башланды

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 11 декабрҙә Башҡортостанда «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды. Ул 21 декабргә тиклем дауам итә. Республика Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, сараның төп маҡсаты — хоҡуҡ боҙоусыларға һалынған штрафтарҙы ваҡытында түләргә кәрәклеге тураһында иҫкә төшөрөү.
Административ штрафты 60 көн эсендә түләмәгән осраҡта «административ язаны башҡарыуҙан баш тартыу» статьяһы буйынса административ эш ҡуҙғатыла. Статья икеләтә штраф һалыуҙы, ләкин мең һумдан кәм түгел, йәки 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алыуҙы, йә иһә 50 сәғәткә тиклем мәжбүри эштәрҙе күҙ уңында тота.
Штрафты 20 көн эсендә түләү водителгә 50 процент ташлама бирә.
«Операция барышында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре водителдәрҙең бурыстары бармы-юҡмы икәнлеген тикшерә», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.
Түләнмәгән щтрафтар тураһында мәғлүмәтте Дәүләт автоинспекцияһының рәсми сайтында йәки www.gosuslugi.ru сайтында алырға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1091021-na-territorii-bashkirii-nachalas-massovaya-proverka-voditeley-na-shtrafy/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика