08:30 (UTC+5), 11 Декабря 2017

Башҡортостанда юридик диктантта 425 кеше ҡатнашты

Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы
Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда 9 декабрҙә 425 кеше ҡатнашлығында юридик диктант 13 майҙансыҡта үтте. Алты майҙансыҡ Өфөлә, ҡалғандары Стәрлетамаҡта, Сибайҙа, Белоретта һәм Салауатта эшләне. Шарттар буйынса, хоҡуҡи белемде тикшереү буйынса тестта 14 йәштән теләгән һәр ҡатнаша алды. Диктантты Рәсәй Юристар ассоциацияһы һәм «Эшлекле Рәсәй» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы ойошторҙо.
Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында 25 кеше үҙ белемен тикшерҙе – күбеһенсә баш ҡала юғары уҡыу йорттарының юридик факультеттары студенттары һәм уларҙың уҡытыусылары, шулай уҡ юриспруденциянан алыҫ кешеләр ҙә – медицина һәм педагогия университеттары студенттары, Башҡортостан дәүләт университетынан буласаҡ журналистар һәм геологтар.
«30 тест эшенә бер сәғәт ваҡыт бирелде, күптәре уларҙы тиҙерәк эшләне. Ҡатнашыусыларҙың күбеһе 100 балдан 70-тән күбәрәк йыйҙы, был яҡшы һөҙөмтә», — тип аңлатма бирҙе Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының юридик факультеты деканы урынбаҫары Венера Сәйфетдинова. Диктант һөҙөмтәләре 12 декабрҙә иғлан ителә.
«Тест һөҙөмтәләре Рәсәй халҡының хоҡуҡи белем кимәлен белергә һәм мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында хоҡуҡ өлкәһендә белем биреү программаһын камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә мөмкинлек бирәсәк», — тип иҫәпләй Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова.
Дөйөм алғанда Рәсәй буйлап 50 меңләп кеше ҡатнашҡан.
http://www.bashinform.ru/news/1090486-v-bashkirii-v-yuridicheskom-diktante-prinyali-uchastie-bolee-380-chelovek/
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика