11:35 (UTC+5), 08 Декабрь 2017

Михаил Бабич Башҡортостан уҡыусылары туған телен аҙнаһына нисә сәғәт өйрәнергә тейешлеге хаҡында һөйләне

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленең рәсми сайты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич Башҡортостанға эш сәфәре барышында ошо көндәрҙә методик тәҡдимдәргә ҡул ҡуйылыуын һәм илдең барлыҡ төбәктәренә ебәрелеүен белдерҙе. Унда дәүләт һәм туған телдәрҙе өйрәнеү һәм уҡытыу (уға башҡорт теле лә инә) буйынса уҡыу пландары тураһында әйтелгән.
«Ата-әсәләрҙең ризалығы менән программаның вариатив өлөшөндә (ул мәғариф мөнәсәбәттәрендә ҡатнашыусылар төҙөгән программаның бер өлөшө) аҙнаһына ике сәғәткә тиклем республиканың дәүләт телен өйрәнергә хоҡуҡ һәм мөмкинлек бар. Ошо методологик документ барлыҡ белем биреү учреждениеларында ҡулланыу өсөн нигеҙ булып тора. Норматив көйләү йәһәтенән был мәсьәлә хәл ителде, тип иҫәпләйбеҙ. Хәҙер мәсьәлә ошо бурысты нисек хәл итә алыуыбыҙға ҡайтып ҡала», — тине Михаил Бабич Өфөләге 16-сы гимназияла үткән түңәрәк өҫтәлдә.
Тулы хоҡуҡлы вәкил төбәк башлығы Рөстәм Хәмитовтың республикала дәүләт һәм туған телдәрҙе үҫтереү, ошо программаны финанслау, башҡорт телен үҫтереү буйынса махсус фонд булдырыу, гранттар бүлеү буйынса саралар тураһындағы Указға ҡул ҡуйыу хаҡында ҡарарын дөрөҫ тип атап, республика властарының ошо йәһәттән маҡсатҡа йүнәлешле эш алып барыуҙарын билдәләне.
http://www.bashinform.ru/news/1090100-mikhail-babich-v-ufe-rasskazal-skolko-chasov-v-nedelyu-shkolniki-bashkirii-mogut-izuchat-rodnoy-yazy/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика