06:55 (UTC+5), 07 Декабря 2017

Башҡортостандың төп Яңы йыл шыршыһында ҡатнашыусыларҙы ниндәй тамаша һәм бүләк көтә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостандың төп Яңы йыл шыршыһында ҡатнашыусыларҙы ниндәй тамаша һәм бүләк көтә. Был турала республиканың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр иттеләр. 22 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҡыусылар өсөн традицион байрам ойошторола.
Байрамға 780 бала саҡырылған. Сара ике өлөштән тора: шыршы тирәләй әйлән-бәйлән уйнау һәм «Яңы йыл тауышы» тигән әкиәти тамаша. Яңы йыл тамашаһында театр-концерт ойошмалары артистары, «Башҡортостан» дәүләт концерт залының хореография коллективтары һәм башҡалар ҡатнаша. Режиссеры — Илшат Фәхертдинов, сценарий авторы — Владимир Аношкин, музыкаль етәксеһе — Эдуард Исламов, ҡуйыусы-рәссамы — Светлана Мөхәмәтгәрәева.
Татлы бүләктән һәм йомшаҡ уйынсыҡтан тыш, һәр ҡатнашыусыға Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡултамғаһы менән открытка, шулай уҡ Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» китабы тапшырыла.
Яңы йыл шыршыһына уҡыу алдынғылары, олимпиадаларҙа һәм спорт ярыштарында еңеүселәр, художестволы үҙешмәкәрлек фестивалдәре лауреаттары, хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең балалары саҡырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика