08:58 (UTC+5), 07 Декабрь 2017

Башҡортостанда сәк-сәктән ҙур шыршы бешерәләр

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Яңы йыл алдынан баш ҡалалағы ҙур сауҙа-күңел асыу үҙәктәренең береһендә 10 декабрҙә сәк-сәктән шыршы бешерәләр. Ризыҡты теләгән һәр кем тәмләп ҡарай ала.
Ғәҙәти булмаған шыршыны ҡунаҡтар, эстрада йондоҙҙары шәкәр пудраһы, топпингттар һәм башҡа тәм-том менән биҙәй. Был турала «Башинформ» агентлығына республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетынан хәбәр иттеләр.
Сәк-сәктән шыршы өсөн 200 килограм он, 360 йомортҡа, 50-шәр килограмм шәкәр һәм бал, 50 литр үҫемлек майы, 8 килограмм иретелгән май кәрәк.
Байрамда опера йырсыһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Геннадий Родионов, танылған автор-башҡарыусы, пародиясы Александр Лынник, һәм, әлбиттә, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу сығыш яһай.
Ойоштороусылар — «bUffet» рестораторҙар клубы билдәләүенсә, шыршы рәүешендәге сәк-сәк символик мәғәнәле Яңы йыл өҫтәленең биҙәге булып тора. Бындай һый илебеҙҙәге мосолман халҡының ҡунаҡсыллығын, ғаилә ҡиммәттәрен һәм йолаларын күрһәтеүгә йүнәлтелгән.
Байрам көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика