10:44 (UTC+5), 07 Декабря 2017

Баш ҡалабыҙҙа Салауат Юлаев һәйкәле авторы исемендәге урамдың барлыҡҡа килеүе ихтимал

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың баш ҡалаһында Салауат Юлаев һәйкәле авторы, билдәле скульптор Сосланбәк Тавасиев исемендәге урамдың барлыҡҡа килеүе ихтимал. Быйыл ҡаланың һәм республиканың символына әүерелгән статуяға 50 йыл тулды.
Ҡала Советының конкурс комиссияһы ғаризаларҙы ҡарай башланы. Өфөләр урам, сквер, ҡала майҙандары исемдәренең 100-ҙән ашыу вариантын ебәргән. Баш ҡалала йәшәүселәр Европа һәм донъя чемпионы булараҡ боҙҙа мотоуҙыш тарихына инеп ҡалған мотоспорт легендаһы Ғабдрахман Ҡадировтың иҫтәлеген мәңгеләштерергә тәҡдим итә. Ғабдрахман Ҡадиров уҙышсылар араһында тәүгеләрҙән булып алты донъя чемпионы исемен яуланы һәм уның боҙҙағы рекорды 38 йыл дауам итте.
Конкурсты ойоштороусы — Өфө ҡала Советы. Ҡала халҡынан ғаризалар 6 декабргә ҡабул ителде. Бәйгегә 13 декабрҙә йомғаҡ яһала. Еңеүселәрҙе бүләкләү ҡаралған, әммә иң мөһиме: урамға атама биреү тураһында ҡарар ҡабул иткәндә депутаттар идея авторын да билдәләп үтергә теләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика