Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
85.88
-1.32
11+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Декабрь 2017, 07:00

Башҡортостанда аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән булған студенттарға социаль стипендияны кире ҡайтарҙылар

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда тулы ғаиләләрҙән аҙ тәьмин ителгән студенттар социаль стипендияға иҫәп тота ала.
Ағымдағы йылдың 1 ғинуарында ғәмәлгә ингән «Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында»ғы федераль закондағы үҙгәрештәр тулы ғаиләләрҙән булған студенттарға социаль стипендия алыуға хоҡуҡтарын сикләне.
Билдәләнгән үҙгәрештәр үҙ көсөнә ингәнгә саҡлы белем биреү ойошмаһы түләгән дәүләт социаль стипендияһы ғаиләнең «аҙ тәьмин ителгәндәр» категорияһына ҡарағанын раҫлаған белешмә нигеҙендә бирелһә, федераль законға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы 2017 йылдың 1 ғинуарынан социаль стипендияға дәүләт социаль ярҙамын алғандар ғына дәғүә итә алды. Башҡортостанда бындай хоҡуҡҡа тик күп балалы һәм тулы булмаған аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр генә эйә ине. Хәҙер, был закон проектын ҡабул иткәндән һуң, дәүләттең социаль ярҙамына элеккесә аҙ тәьмин ителгән ғаиләнән булған, шул иҫәптән тулы ғаиләлә тәрбиәләнгән бөтә студенттар ҙа иҫәп тота ала, тип аңлатты республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко.
«Әлеге ваҡытта 132,5 һум күләмендә социаль пособие формаһында дәүләт социаль ярҙамын республиканың тулы булмаған һәм күп балалы ғаиләләренән 612 аҙ тәьмин ителгән профессиональ белем биреү ойошмаһы уҡыусыһы һәм 1150 аҙ тәьмин ителгән юғары уҡыу йорто студенты ала. Был закон проектын ҡабул иткәнгә тиклем тулы ғаиләлә тәрбиәләнеүсе 14 мең самаһы аҙ тәьмин ителгән студент бындай хоҡуҡтан мәхрүм ителгәйне, — тип мәғлүмәт килтерҙе министр Ленара Иванова. — Был пособиены юллау студентҡа социаль стипендия алыуға иҫәп тоторға мөмкинлек бирә».
Был социаль пособиены алыу өсөн республиканың белем биреү учреждениеларында уҡыусы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән булған уҡыусыларға һәм студенттарға Республиканың халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалдарына йәки Күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк. 2017 йылда професииональ белем биреү учреждениеларында уҡыусылар өсөн дәүләт социаль стипендия күләме айына 730 һум тәшкил итә, юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн – 2010 һум. Билдәләнгән дәүмәл – социаль яҡланмаған студенттар өсөн минималь түләү күләме. Стипендияны уҡыу йорто стипендия фонды сиктәрендә шәхсән билдәләй.
Социаль стипендия профессиональ белем биреү ойошмаһы уҡыусыларына республика бюджетынан, юғары уҡыу йорто студенттарына федераль ҡаҙнанан бүленә.
Башҡортостан Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2017 йылда республика бюджеты иҫәбенә профессиональ белем биреү ойошмаларына дәүләт социаль стипендияһын түләүгә 16,2 миллион һум ҡаралған.
Автор:Эльмира Сабирова
Читайте нас: