07:31 (UTC+5), 05 Декабрь 2017

Республикала йәшәүселәрҙе йоҡа боҙҙоң хәүефле булыуы хаҡында иҫкәртәләр

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Республикала һауа температураһының түбәнәйеүенә бәйле күлдәрҙең, быуаларҙың, һыу ятҡылыҡтарының туңыуы күҙәтелә. Йыл һайын йоҡа боҙ кешеләрҙең үлеменә сәбәпсе була. Балалар һәм балыҡсылар йыш ҡына стихия ҡорбандарына әүерелә. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгәндә бәхетһеҙ осраҡтарға юл ҡуймаҫҡа мөмкин.
Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ҡалынлығы 10-12 сантиметрҙан кәм булмаған боҙ кеше өсөн хәүефһеҙ тип һанала. Аяҡ аҫтында боҙ шытырлай башлаһа, шунда уҡ хәүефле урындан китергә, айырыуса ҙур ҡурҡыныс янаған осраҡта боҙға ятып, кире йүнәлештә шыуышырға кәрәк.
Башҡа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә иҫтә тотоу зарур:
– балыҡҡа яңғыҙ йөрөмәгеҙ;
– боҙҙа һәр аҙымығыҙҙы осло башлы таяҡ менән тикшерегеҙ, ләкин алдығыҙҙағы боҙға һуҡмағыҙ, иң яҡшыһы – ситкә һуғыу;
– башҡа балыҡсыларға өс метрҙан да яҡыныраҡ килеү тыйыла;
– боҙға ҡуша туңған ағас төптәренә, ылымыҡтарға яҡын бармағыҙ;
– мәкенән һыу фонтан кеүек урғыла башлаһа, хәүефле урындан тиҙ генә китергә кәрәк;
– страховка һәм ҡотҡарыу сараларының булыуы мотлаҡ (ауыр йөк эленгән бау йәки киң таҡта);
– балыҡ тотҡанда иҫерткес эсемлектәр ҡулланырға ярамай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика