10:07 (UTC+5), 05 Декабря 2017

Гөлнур Ҡолһарина Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе итеп һайланды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтен «Ирәмәл» сауҙа-күңел асыу комплексы директоры урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты Гөлнур Ҡолһарина етәкләне. Бынан алда ул ете йыл ойошма рәйесе урынбаҫары булды. Гөлнур Ҡолһарина рәйес вазифаһында биш йыл эшләргә тейеш.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте советына 47 кеше һайланды, улар иҫәбендә ғалимәләр Фирҙәүес Хисаметдинова, Розалиә Солтангәрәева, «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге ветераны Ләлә Биишева, журналист Гәүһәр Батталова, яҙыусы Тамара Искәндәриә бар.
Ошо көндәрҙә Өфөлә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең сиратттан тыш IV съезы уҙҙы. Съезд тәүге рәйес, ғалимә Нәжибә Мәҡсүтованың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналды. Ойошманың иң әүҙем ағзалары М. Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрына йыйылды. Республика райондарынан, Санкт-Петербургтан, Екатеринбургтан, Силәбе өлкәһенән делегаттар килде. Съезд барышында башҡорт телен өйрәнеү, экология, балалар тәрбиәләү, һаулыҡ һаҡлау кеүек мөһим темалар тикшерелде, ойошма уставына үҙгәрештәр ҡаралды.
Съезд сәнғәт оҫталарының концерты менән тамамланды. Уңышлы ҡатын-ҡыҙҙар — йәмғиәт ағзалары почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Фойела китаптар, ҡул эштәре, милли ризыҡтар күргәҙмәһе ойошторолдо.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика