Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.86
0
92.14
0
63.95
+1.11
17+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Декабрь 2017, 08:30
Өфөлә Волга буйынан 2,5 мең имам белемен арттырған
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Волга буйы федераль округы төбәктәренән 80 проценттан ашыу мосолман дин әһелдәре, ә ул 2,5 мең самаһы имам һуңғы дүрт йылда Өфөлә Рәсәй ислам университеты нигеҙендә уҡып сыҡҡан. Был турала 4 декарҙә матбуғат конференцияһында Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич белдерҙе.
«Дәүләт башлығының йөкләмәһенә ярашлы мосолман руханиҙарының белемен арттырыу буйынса эш дауам итә, — тине Михаил Бабич. — 2018 йылда округтағы бөтә имамдар ҙа был курстарҙы үтер тип күҙаллайбыҙ. Улар кәрәкле белем аласаҡ. Шул рәүешле бөгөн был юҫыҡта булған алымдарҙы унификациялаштыра аласаҡбыҙ».
Автор:
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
ислам белеме
Читайте нас: