09:30 (UTC+5), 05 Декабря 2017

Башҡортостанда етештереүҙең һәм автомобилдәр һанының артыуына күрә атмосфераға сығарып ташлаған зарарлы матдәләр күбәйә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда етештереүҙең һәм автомобилдәр һанының артыуына күрә атмосфераға сығарып ташланған зарарлы матдәләрҙең иҫәбе күбәйгәндән-күбәйә бара, тип яҙа РБК Өфө.
Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы биргән мәғлүмәттәр буйынса, атмосфераға сығарылған бысратыусы матдаләрҙең дөйөм күләме 918,6 мең тонна тәшкил иткән, ул былтырғыға ҡарағанда 33,3 мең тоннаға күберәк. Сығарып ташланған нәмәләрҙең яртыһы тиерлек – сәнәғәт предприятиеларынан, икенсе яртыһы – автомобилдәрҙән.
Тәбиғәтте һаҡлау ведомствоһы етәксеһе Илдар Һаҙыев Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының тәбиғәттән файҙаланыу һәм аграр мәсьәләләр буйынса комитет ултырышында төбәктә атмосфера һауаһын бысратыуҙы контролдә тотоусы тағы ике автоматик станция барлыҡҡа килеүен һөйләне. Уларҙың берәүһе Сипайловола «Ҡашҡаҙан» паркы биләмәһендә төҙөлә. Станция Лихачев сәнәғәт узелы предприятиеларының – «Өфө моторҙар эшләү берекмәһе», «Өфө фанера комбинаты», «Дубитель», «Өфөхимчистка», «Өфө ит-консерва комбинаты» ойошмаларының һәм башҡаларҙың һауаға ташлауын контролдә тотасаҡ. Икенсе станция Салауатта ҡала бюджеты иҫәбенә төҙөлә.
Әлеге ваҡытта төбәктә дүрт аналитик контроль станцияһы урынлашҡан: икәүһе Өфөлә һәм икәүһе Стәрлетамаҡта. Киләсәктә станцияларҙың иҫәбен унға еткереү күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика