Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.23
0
92.09
0
62.51
+0.52
-19 °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Декабрь 2017, 09:10

Төбәктә йыл башынан бер йәшкәсә балаларҙың 297 үлем осрағы теркәлгән

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда йыл башынан бер йәшкәсә балаларҙың 297 үлем осрағы теркәлгән, тип мәғлүмәт бирә федераль дәүләт статистика хеҙмәте. Был һан былтырғы ошо уҡ осорға ҡарағанда 15-кә күберәк.
Ил буйлап сабыйҙар үлеме буйынса мәғлүмәт: туғыҙ айҙа 7956 бала үлгән. 2016 йылдың шул уҡ осоро менән айырма – 1584 осраҡҡа кәмерәк.
Автор: Гөлфиә Акулова
Читайте нас