04:00 (UTC+5), 04 Декабря 2017

«Мисс Офис — 2017»: Башҡортостан һылыуы икенсе вице-мисс тажын яуланы

passion.ru
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан вәкиле Анастасия Яковлева «Мисс Офис – 2017» халыҡ-ара конкурсында икенсе вице-мисс булды. Конкурстың финалы 1 декабрҙә Мәскәүҙә үтте. Бәйге өс этаптан торҙо: һайлап алыу, интернет-тауыш биреү һәм финал. Һайлап алыу этаптарын уңышлы үтеп, Анастасия Яковлева финалға сыҡты.
Мәскәү йәштәр һарайы сәхнәһендә үткән йомғаҡлау сараһында ҡыҙҙарға бер нисә конкурс һынауын үтергә тура килде: сәләмләү, дизайнер күлдәктәрендә һәм купальниктарҙа дефиле, ижади номер, шулай уҡ эшлекле конкурс. Бәйгеселәрҙең тышҡы сифаттарынан тыш, жюри ҡыҙҙарҙың киң белемлелеген, фекерҙәрен дәлилләп аңлата белеүҙе, этикет белемдәрен, шулай уҡ эш сифаттарын баһаланы.
Һөҙөмтәлә «Мисс Офис – 2017» титулына, төп тажға һәм бер миллион һумлыҡ бүләккә Керчь ҡалаһынан Анастасия Божкова лайыҡ булды.
Республиканан ҡатнашҡан бәйгесегә килгәндә, Анастасияның был уңышы тәүгеләрҙән түгел. «Мисс Башкортостан» модель агентлығының арт-директоры, «Донъя университеты мисы», «Эко Ғәләм мисы», «Башҡортостан студенттары мисы», «Виртуаль Рәсәй мисы» кеүек бәйгеләрҙә иң яҡшыһы булды.
Анастасия Яковлева Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтын тамамлаған, художество гимнастикаһы буйынса спорт мастеры.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика