10:30 (UTC+5), 04 Декабрь 2017

Өфөлә тағы бер кадет класы асылды

112 Ҡотҡарыу хеҙмәте
112 Ҡотҡарыу хеҙмәте
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөнөң Калинин районындағы 157-се мәктәптә «Йәш ҡотҡарыусы» программаһы буйынса белем алған тәүге кадет класының ант биреү тантанаһы үтте.
Хәҙер туғыҙынсы кластарҙың белем биреү программаһына физик культура һәм тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре буйынса өҫтәмә сәғәттәр өҫтәлде. Бынан тыш, кадеттар Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр уҡыу-методик үҙәгендә, баш ҡаланың Эҙләү-ҡотҡарыу отрядында һәм ҡаланың янғын һүндереү частарында уҡый. Курс тамамланғандан һуң улар янғынға ҡаршы, медицина һәм психологик әҙерлек буйынса имтихандар тапшыра һәм профилле йүнәлеш буйынса юғары уҡыу йортына ингәндә өҫтөнлөк биргән документ ала.
Дәрәжәле ҡунаҡтар ҡатнашлығындағы сарала 25 егет һәм ҡыҙ ант һүҙҙәрен әйтте, һуңынан яңы кадет подразделениеһына байраҡ тапшырыу тантанаһы үтте, һәр кадет погонлы булды.
Быға оҡшаш профилле класс Өфөлә тәүгеләрҙән түгел – «Йәш ҡотҡарыусы» программаһы буйынса 116-сы мәктәп һәм 96-сы лицей кадеттары уҡый, тип хәбәр иттеләр баш ҡаланың Ҡотҡарыу хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика