08:25 (UTC+5), 04 Декабря 2017

Өфөлә чиновниктарға иҫән икәнлеген раҫлаған һәм торлаҡҡа сертификат алған һуғыш ветераны вафат булды

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Өфөлә йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сергей Назаровтың ғаиләһе оло йәштәге кешенең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға ирешеү өсөн оҙаҡ ваҡыт чиновниктар менән «көрәште». 92 йәшлек ветеран үҙенең иҫән-һау һәм яңы торлаҡҡа мохтаж икәнлеген иҫбатланы.
«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хәбәр итеүенсә, Сергей Назаров үҙенең мәрхүмдәр исемлегендә булыуын асыҡлай. Уға пенсия түләнмәй. Фронтовиктың иҫән икәнлеген раҫлағандан һуң Федераль миграция хеҙмәтенә төҙәтмә индерелә, Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре иһә аҡсаны кире ҡайтара.
«Киң мәғлүмәт сараларында мәғлүмәттәр баҫылып сыҡҡас һәм хәлдең сәбәптәре асыҡланғас, ветерандың ҡыҙы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тейешле сертификат алыуға өлгәште. Ләкин ғаилә уның менән файҙалана алмай. Сергей Назаров 25 ноябрҙә вафат булды», — тип хәбәр итә телеканал.
Юрист һүҙҙәренсә, сертификат хужаһы вафат булған осраҡта туғандарының яңы торлаҡҡа хоҡуғы юҡ, сөнки фатир тейешенсә рәсмиләштерелмәгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика