09:14 (UTC+5), 04 Декабря 2017

Башҡортостан журналистарының проекты — «ТЭФИ-Төбәк-2017» телевизион конкурсы номинацияһы еңеүсеһе

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан командаһы «ТЭФИ-Төбәк-2017» Бөтә Рәсәй телевизион конкурсының «Идеялар питчингы» номинацияһында еңеү яуланы.
«Донъя идеялары» телевизион туристик шоу проектын «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы журналистары отто. Авторҙары — «Тамыр» телеканалы режиссеры, «Телешко» балалар телевидениеһы мәктәбе директоры Рөстәм Аҙнабаев һәм уның йәш коллегалары Руслан Фаршатов, Илья Гордеев, Владимир Саргсян.
«Проектты һәйбәт яҡланыҡ. Быйыл минең менән бергә унда йәштәр ҙә ҡатнашты, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығы журналисына Рөстәм Аҙнабаев. – Биш йыл элек кенә улар мәктәптә уҡый ине, хәҙер иһә студенттар, ошондай ҙур форумда ҡатнашып, еңеүгә өлгәште».
Телевидение хеҙмәткәрҙәренең идеяларын «Рәсәй телевидениеһы академияһы» фонды президенты Александр Акопов, ошо уҡ фондтың генераль директоры, тележурналист Этери Левиева, продюсер, сценарист Эжен Щедрин, журналист, алып барыусы Сергей Майоров һәм башҡалар баһаланы.
Башҡортостан журналистарына награданы Этери Левиева тапшырҙы.
Проект хаҡында һөйләгәндә, Рөстәм Аҙнабаев «Донъя идеялары» иң файҙалы тревел-шоу булырға тейешлеген билдәләне.
«Сәйәхәттәр тураһында тапшырыуҙар тамашасыларҙа һәр саҡ ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Статистиканы өйрәнгәндән һуң беҙ йылына ярты миллиондан ашыу кешенең интернетта «бизнес өсөн идеялар» тигән һүҙбәйләнеште йыйыуҙарын күрҙек. Шул саҡта донъяның төрлө илдәрендә кешеләрҙең нисек үҙ эшен асыуы хаҡында бәйән иткән телетапшырыу төшөрөү тураһында фекер килде. Шулай итеп, программала тамашасыбыҙҙы үҙ бизнесын асыуға илһамландырырға тейешле идеялар менән таныштырырға теләйбеҙ. Икенсеһе – төрлө тарихтар һәм өсөнсөһө – үҙ эшеңде асыуға мотивация».
Рөстәм Аҙнабаев һүҙҙәренсә, был идеяны «академиктар» ҙа, форумда ҡатнашыусылар ҙа мөһим һәм бик ваҡытлы тип атаны. Продюсерҙарҙан тәҡдимдәр килә башлаған да инде.
«ТЭФИ-Төбәк-2017» конкурсының финалы Төмәндә үтте. Быйыл жюри иғтибарына 165 телекомпаниянан 573 эш тәҡдим ителде. Бүләкләү тантанаһын Сергей Майоров менән Анастасия Заворотнюк алып барҙы.
Еңеүселәрҙең исемлеге Рәсәй телевидениеһы академияһы фондының сайтында баҫылған.
2018 йылда премия Һамарҙа уҙа.
1 из 3
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика