11:52 (UTC+5), 04 Декабря 2017

Бағдадтағы ҡатын-ҡыҙҙар төрмәһенә ябылған рәсәйҙәр исемлегендә Башҡортостандан ике ҡатын һәм биш бала бар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Бөгөн «РИА Яңылыҡтар» агентлығы Ираҡтың Мосул лагерында Чечня властары вәкилдәре тарафынан табылған һәм Бағдадтағы ҡатын-ҡыҙҙар төрмәһенә ябылған рәсәйҙәрҙең исемлеген баҫып сығарҙы. Араларында Башҡортостандан ике ҡатын һәм уларҙың балалары бар. Улар – 1973 йылғы Арыҫланова Айгөл Сәфәр ҡыҙы (Күмертау ҡалаһы) һәм уның ике балаһы, шулай уҡ Баймаҡ районынан өс балалы Бикбирҙина Нурзилә Нурфәйез ҡыҙы (1992 йылғы).
Исемлекте агентлыҡҡа Чечня башлығы ҡарамағындағы гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы Хеда Саратова тапшырҙы. Ул ирҙәре илебеҙҙә тыйылған ИГ ойошмаһының контролдә тотолған биләмәһенә алып сыҡҡан Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙарын һәм балаларын эҙләү, уларҙы кире ҡайтарыу буйынса эшсе төркөмгә инә. Төркөмдөң етәксеһе — Чечня башлығының Яҡын Көнсығыш һәм Төньяҡ Африка илдәрендәге вәкиле Зияд Сабсаби.
Хеда Саратова әйтеүенсә, исемлекте Ираҡ властары вәкилдәре төҙөгән, Рәсәй яғы вәкилдәренең мәғлүмәттәргә аныҡлыҡ индереүе көтөлә. Уның һүҙҙәренсә, исемлектә ата-әсәһеҙ ҡалған һәм таныштары тәрбиәгә алған балалар бар.
Алты бала эшсе төркөм менән бәйләнешкә сыҡҡан да инде.
Ул шулай уҡ ҡайһы бер ата-әсәләр өсөн ҡыҙҙарының Ираҡ лагерына эләгеүе көтөлмәгән яңылыҡ булыуы хаҡында ла һөйләне.
«Улар тәүҙә ышанманы, күптәр һаманғаса туғандары Төркиәлә имен-һау йәшәп ята тип иҫәпләгән», — тип һөйләне Хеда Саратова.
Әле Чечня властары булышлығында Ираҡтан һәм Сүриәнән 100-гә яҡын ҡатын-ҡыҙ һәм бала тыуған иленә ҡайтты. Улар — Чечняла, Дағстанда, Ингушетияла, Башҡортостанда, Тверь, Нижневартовск ҡалаларында йәшәүселәр, шулай уҡ Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстан граждандары.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика