01:30 (UTC+5), 01 Декабря 2017

Республикала профессиональ квалификациялар милли системаһының төбәк сегменты булдырыла

Олег Яровиков
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Юғары уҡыу йорттарын һәм коллеждарҙы тамамлаусыларҙың компетенциялары йыш ҡына эш биреүселәрҙең талаптарына тап килмәй, тине Башҡортостан Башлығы республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһап.
Хәлде төҙәтеү ҡоралдарының береһе тип Рөстәм Хәмитов профессиональ квалификациялар милли системаһының төбәк сегментын булдырыуҙы атаны.
«Уларҙы бойондороҡһоҙ баһалау буйынса биш үҙәк асылды, әммә был ғына етмәй. Илдә төрлө квалификациялар буйынса 28 совет эшләй, беҙҙә улар ете йүнәлеш буйынса ғына ойошторолған. Бөтә тармаҡтарҙа ла һөнәри стандарттар индереүҙе тиҙләтергә кәрәк. 2020 йылдан уларҙы мотлаҡ рәүештә файҙаланырға кәрәк була. Министрлыҡтарға һәм ведомстволарға был эште контролдә тотоу зарур», — тип билдәләне республика Башлығы.
Шулай уҡ квалификацияны раҫлау кәрәклеге менән бәйле уларҙы даими яңыртыу мөһимлегенә Рөстәм Хәмитов айырым иғтибар бирҙе.
«Республикала һуңғы өс йылда колледждар нигеҙендә һигеҙ күп функциялы ғәмәли квалификация үҙәгендә 10 меңдән ашыу кеше уҡып сыҡты, — тип миҫал килтерҙе төбәк етәксеһе. — Эш биреүселәр берекмәләре, кадрҙар агентлыҡтары һәм мәшғүллек хеҙмәттәре менән үҙ-ара эш алып барыу өсөн Өҫтәмә һөнәри белем биреү ойошмалары ассоциацияһы ойошторолдо. Тармаҡ буйынса өҙлөкһөҙ белем биреү үҙәктәрен үҫтереү һәм уларға ярҙам итеү, уларҙы эре компанияларҙа корпоратив университеттар өлгөһө буйынса ойошторорға булышлыҡ итеү мөһим.
Квалификацияны күтәреүҙә дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары етәкселәре һәм белгестәре лә мохтаж. Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы нигеҙендә Республика профессиональ компетенциялар үҙәге, шул иҫәптән электрон һәм дистанцион белем биреү форматында ла киләһе йылдан уҡ тулы ҡеүәттә эшләй башларға тейеш».
Мөрәжәғәтнамәнең тулы тексын бында ҡарарға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика