03:40 (UTC+5), 01 Декабрь 2017

Күп функциялы үҙәк офистарында ГТО хаҡында тулы мәғлүмәт алырға мөмкин

Башҡортостан Республикаһында ГТО штабы
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостандың Хәрби-спорт фонды ГТО комплексы хеҙмәттәре менән таныштырыу уҙғара. Ул 1 декабрҙә «Күп функциялы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү үҙәге» республика дәүләт автономиялы учреждениеһында үтә. Хәҙер республика халҡының теләһе ҡайһы Күп функциялы үҙәктә ГТО сайтында нисек теркәлеү, был комплекстың нормативтарын үтәү өсөн ниндәй документтар кәрәклеге хаҡында тулы мәғлүмәт алыу мөмкинлеге бар.
Таныштырыу сараһы киләһе адрес буйынса үтә: «Башҡортостан» сауҙа үҙәге, Менделеев урамы, 205а, Күп функциялы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү үҙәге» республика дәүләт автономиялы учреждениеһы (1-се ҡат). Сара иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.
Тулыраҡ мәғлүмәт 8-962-537-17-11 телефоны буйынса.
Республиканың ГТО штабында хәбәр итеүҙәренсә, республика биләмәһендә 30-лаған Күп функциялы үҙәк нөктәһе эшләй, 10-һы Өфөлә урынлашҡан. Уларҙың һәр ҡайһыһында теләгән бер кешегә ГТО нормативтарын үтәү һорауҙары буйынса консультация бирелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика