06:25 (UTC+5), 01 Декабрь 2017

Баш ҡалала эйәһеҙ хайуандарға ярҙам итеү өсөн социаль акция уҙғарыла

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә эйәһеҙ хайуандарға ярҙам итеү өсөн «Тәпәйеңде бир, дуҫым» тигән социаль акция уҙғарыла. Сараны Башҡорт дәүләт медицина университетының ирекмәндәр үҙәге ойоштора.
Уның барышында «Ветна» зоомагазиндарында кәрәкле әйберҙәрҙе һатып алып, махсус йәшниктәрҙә ҡалдырырға мөмкин. Приют һәм ундағы йәнлектәр аҙыҡҡа, дарыуҙарға, йылы әйберҙәргә, төҙөлөш материалдарына (таҡта, йылытҡыс, фанера, профнастил) мохтаж.
Шәмбе, 2 декабрҙә, ҡала ситендәге «Фазенда» клубында көндөҙгө сәғәт 12-нән 3-кә тиклем социаль акцияның һуңғы этабы була: ҡатнашыусыларҙы уларҙың дүрт аяҡлы дуҫтары өсөн күңелле старттар, балалар өсөн квест, оҫталыҡ дәресе көтә. Инеү ирекле. Шунда уҡ приют өсөн кәрәкле әйберҙәр йыйыу ойошторола.
«Ҡалабыҙҙағы «Изгелек» приютында 500 эт үҙенең хужаһын көтә. Ҡыш — улар өсөн бик ауыр осор, беҙ күмәк көс менән уларға ярҙам итергә тейеш», — тип саҡыра Башҡорт дәүләт медицина университеты ирекмәндәре.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика