05:10 (UTC+5), 01 Декабрь 2017

1 декабрь – Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө

Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 1 декабрь – Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө. Был дата алдынан төбәктә «Стоп ВИЧ/СПИД» иҫкәртеү акцияһы үтте.
Республиканың СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда өсөнсө квартал йомғаҡтары буйынса ике меңдән ашыу ВИЧ-инфекцияһы менән ауырыу осрағы теркәлгән. Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда ауырыуҙың 4,5 процентҡа кәмеүе билдәләнә. Ауырыу йоҡтороуҙың төп юлы – енси, уға бөтә ВИЧ-инфекцияһы осраҡтарының 72 проценты тура килә. Республикала, тотош ил буйынса ВИЧ-инфекцияһы олораҡ йәш төркөмөнә күскән. Быйыл күбеһенсә 31-40 йәштәрҙә (48 процент) ауырыу йоҡтороу осраҡтары булған.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ағымдағы йылда «2020 йылға тиклемге осорға һәм киләсәккә Рәсәй Федерацияһында ВИЧ-инфекцияһының таралыуына ҡаршы эш итеү дәүләт стратегияһы» тигән сараларҙы тормошҡа ашырыу план проектын әҙерләгән. Унда республикала ВИЧ-ауырыуының таралыуын иҫкәртеү буйынса бөтә министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың төп эшмәкәрлек йүнәлештәре билдәләнгән.
Бынан тыш, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән «Башҡортостан Республикаһында Һаулыҡ һаҡлауҙың үҫеше» дәүләт программаһына инәсәк Дәүләт стратегияһының маҡсатлы күрһәткестәре раҫланған.
«Республикала ВИЧ-инфекцияһын таратыуҙы иҫкәртеү буйынса эш системалы, ведомство-ара характерҙа алып барылырға тейеш», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Эльза Сыртланова.
Республиканың СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш үҙәге баш табибы Рафаэль Яппаров төбәктә уҙғарылған иҫкәртеү акциялары хаҡында һөйләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика