04:50 (UTC+5), 30 Ноября 2017

Мутлашыусылар «Бәйләнештә» селтәре менән ҡулланыусы 1 миллиондан ашыу кешенең мәғлүмәтен урлаған – киң мәғлүмәт саралары

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. «Касперский лабораторияһы» «Бәйләнештә» селтәре менән ҡулланыусыларҙың мәғлүмәттәрен урлаған 85 зарарлы ҡушымта тапҡан. Белгестәр фекеренсә, 1 миллиондан ашыу ҡулланыусы мутлашыусыларҙың ҡорбандары булыуы ихтимал. Был хаҡта киң мәғлүмәт саралары «Касперский лабораторияһы» мәғлүмәттәренә һылтанып хәбәр итә.
Белгестәр иҫәпләүенсә, ҡулланыусылар был ҡушымталарҙы Google Play аша үҙҙәренә күсергән. Улар «Бәйләнештә» селтәренә төрлө өҫтәмә саралар формаһында йәшеренә, мәҫәлән, музыка яҙҙырыу өсөн. Уларҙа теркәлгәндә ҡулланыусыларҙан исем (логин) һәм сер һүҙ (пароль) һорала.
Урланған мәғлүмәттәр йөрәк билдәләрен һәм төркөмдәрҙә ҡулланыусылар йыйыу өсөн ҡулланылыуы бар. Бындай ҡушымталар бөтәһе яҡынса 1 миллион тапҡыр күсерелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика