11:48 (UTC+5), 30 Ноября 2017

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлмәй – Башгидромет

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Иртәгә, 1 декабрҙә, календарь ҡыш башлана. Ләкин Башҡортостанда йәшәүселәр быны һиҙмәй. Синоптиктар фаразынса, Көньяҡ Уралда һауа торошон яуым-төшөмдө тотҡарлаған ҡеүәтле Азия антициклоны билдәләй.
«3 декабрҙә республиканың ҡайһы бер райондарында бер аҙ ҡар яуыуы мөмкин. Һауа температураһы төндә -4,-9, урыны менән -14,-19, көндөҙ -1,-6 градус булыуы көтөлә. 30 ноябргә биләмәнең 50-60 процентында ғына 1-7 сантиметрлыҡ ҡар ҡатламы күҙәтелә. 2005 йылда ҡар — 9-10 декабрҙә, 2008 йылда иһә 13-14 декабрҙә генә яуғайны», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың гидрометеорология үҙәгенән.
Киләһе аҙнаның башында республикала ҡар яуыуы көтөлмәй.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика