11:00 (UTC+5), 29 Ноябрь 2017

Күмертауҙа беренсе профессиональ тауыш яҙҙырыу студияһы асылды

Күмертау ҡалаһы хакимиәте
Күмертау ҡалаһы хакимиәте
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Күмертау ҡалаһында беренсе профессиональ тауыш яҙҙырыу студияһы асылды. Ул Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү республика программаһы ярҙамында барлыҡҡа килде. Быйыл Күмертауҙа кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүгә бөтәһе 95 миллион һумдан ашыу аҡса йәлеп ителде, тип хәбәр итә ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
«Маэстро» тауыш яҙҙырыу студияһы әсә һәм бала ял үҙәге биләмәһендә асылды. Проектты тормошҡа ашырыуға урындағы бюджет бер миллион 200 мең һум бүлгән, бынан тыш, «Инвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 300 мең һумдан ашыу индергән.
Студияны асыу тантанаһында ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев хөрмәтле ҡунаҡ булды. Саҡырылғандарҙы студияның мөмкинлектәре менән таныштырҙылар, ә барлыҡ теләүселәр үҙҙрен йырсы йәки диктор ролендә һынап ҡарай алды. Ҡунаҡтар, бындай кимәлдәге тауыш яҙҙырыу студияһы – ҡала өсөн ҙур ғорурлыҡ, тип билдәләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика