10:38 (UTC+5), 29 Ноября 2017

Өфө картаһында Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының легендар етәксеһенең исеме мәңгеләштерелде

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы сайты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөнөң Киров районында генерал Рыленко исемендәге урам барлыҡҡа килде. Ҡала советы Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының башланғысын хупланы. Хәҙер министрлыҡтың легендар етәксеһенең исеме ҡала картаһында мәңгеләштерелде.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле был урам һалына ғына. Ул Пугачев һәм Софья Перовская урамдары араһындағы участкаларҙы берләштерә. Уның оҙонлоғо бер саҡрымдан ашыуыраҡ, киңлеге — 60 метр.
Ошо ваҡиғаның тап 2017 йылда булыуы символик мәғәнәгә эйә, сөнки быйыл Владимир Данилович Рыленкоға 90 йәш тулған булыр ине. Генерал Рыленко республиканың хоҡуҡ һаҡлау системаһын үҫтереүгә, енәйәтселеккә ҡаршы көрәшкә һәм йәмәғәт тәртибен һаҡлауға ҙур өлөш индерҙе. Уның ҡатнашлығында илдә тәүге тапҡыр хоҡуҡ боҙоусыларға өҙлөкһөҙ профилактик тәьҫир итеү системаһы тәжрибәһе файҙаланыла башланы. Уны СССР-ҙың Эске эштәр министрлығы хупланы һәм барлыҡ төбәктәрҙә ҡулланырға тәҡдим итте, махсуслаштырылған дежур частар булдырылды, оператив-зона контроле системаһы әҙерләнде, ул әле лә ғәмәлдә. Владимир Рыленко башланғысы менән 1970 йылда ҡалала СССР Эске эштәр министрлығының урта махсус мәктәбе асылды. Һуңынан ул Өфө юридик институты тип үҙгәртелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика