11:29 (UTC+5), 29 Ноябрь 2017

Баш ҡалала «2017 йыл — Рәсәй халыҡтары яҙмышында» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы бара

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 29 ноябрҙә Өфөләге Конгресс-холда «2017 йыл — Рәсәй халыҡтары яҙмышында» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы эш башланы. Сараны ойоштороусылар булып Башҡортостан Башлығы хакимиәте, республика Хөкүмәте, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай, Фәндәр академияһы, Башҡорт дәүләт университеты сығыш яһаны. Ғилми форумда Мәскәүҙән, Рәсәй төбәктәренән билдәле тарихсылар, Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары һәм тикшеренеү үҙәктәре уҡытыусылары, аспиранттар, дәүләт һәм муниципаль власть органдары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнаша.
Башҡорт дәүләт университетының Тарих һәм дәүләт идара итеүе институты директоры Әминә Уразова һүҙҙәренсә, конференция Бөйөк Октябрь революцияһына 100 йыл тулған йылда үткәрелеүе менән мөһим. Форумда уның сәбәптәре менән бәйле мәсьәләләрҙе, социаль-иҡтисади, сәйәси, рухи факторҙарҙы, ошо тарихи ваҡиғаның әһәмиәтен, 1917 йылдан алып бөгөнгәсә уны өйрәнеүҙе тикшереү күҙаллана. Ғалимдар тарихи ретроспективала Рәсәйҙә дәүләт идара итеүе көрсөгө темаһын, этник-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе тикшерергә ниәтләй.
Конференция барышында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған «Рәсәй федерализмы нигеҙҙәре: Башҡортостан автономияһының декларацияһы тураһында фармандың 100 йыллығына ҡарата» симпозиумы эше ҡаралған.
Шуға бәйле Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы «Башҡортостан Республикаһы дәүләтселегенең барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше: 100 шәхес» тигән акция үткәрә, ул республиканың ауыл-ҡалаларында, шулай уҡ Рәсәй төбәктәрендә хәҙерге автономиялы республикабыҙға, бөгөнгө федератив Рәсәйгә нигеҙ һалған шәхестәр хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташтар асыуҙы күҙ уңында тота.
Бөгөн секция ултырыштары Башҡорт дәүләт университетының төп корпусында үтә. Кесаҙна уҡыу йортоноң гуманитар корпусында студенттарҙың һәм аспиранттарҙың фәнни сессияһы була.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика