12:32 (UTC+5), 28 Ноября 2017

Республикала «Шыршы-2017» операцияһы башланды

Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостанда Урман хужалығы министрлығы 27 ноябрҙән 31 декабргә тиклем «Шыршы-2017» ведомство-ара оператив-иҫкәртеү операцияһын ойошторҙо.
Ул ылыҫлы йәш ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыуҙан һаҡлау, Яңы йыл шыршыларын әҙерләү, ташыу һәм һатыуҙы оператив контролдә тотоу өсөн уҙғарыла.
Операция барышында урман инспекторҙары эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре менән бергә ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ киҫеүгә юл ҡуймау маҡсатында урмандарҙы, шыршы ташыған транспорт сараларын тикшерә. Рөхсәтһеҙ ҡырҡылған шыршыларҙы һатыуға юл ҡуймау өсөн һалым хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре менән берлектә сауҙа урындары буйлап рейдтар үткәреү күҙаллана, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ ҡырҡҡан өсөн административ яуаплылыҡ, биш мең һумдан ашыу зыян килтерелгән осраҡта енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған.
Административ яуаплылыҡҡа тарттырылған граждандарға – 5 мең, вазифалы кешеләргә — 50 мең, юридик берәмектәргә 400-700 мең һум штраф һалына. Енәйәти яуаплылыҡ ун йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота.
Бынан тыш, ғәйеплеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыу килтерелгән зыянды ҡаплауҙан азат итмәй, тип билдәләнеләр министрлыҡта.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика