02:00 (UTC+5), 28 Ноябрь 2017

Рөстәм Хәмитов: «Байтаҡ юбилей объекттары юғары әҙерлек кимәлендә»

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына әҙерләнеү һәм уны байрам итеү буйынса республика ойоштороу комитеты ултырышын уҙғарҙы.
- 2017-2019 йылдар дауамында төҙөлөргә тейеш 100 мәҙәниәт, мәғариф, спорт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекты исемлегенең раҫланғанын беләһегеҙ. Бер төркөм объект юғары әҙерлек кимәлендә инде. Был ҡыуандыра, – тине Рөстәм Хәмитов. – Шул уҡ ваҡытьа еренә еткереп эшләргә кәрәк йүнәлештәр барлығын да аңлайбыҙ.
Объекттар төҙөлөшөнөң барышы һәм кураторлыҡ иткән йүнәлештәр буйынса сараларға әҙерлек хаҡында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов, муниципалитет етәкселәре һөйләп бирҙе. Рөстәм Хәмитов проект-смета документтарын әҙерләү, төҙөлөш-монтаж эштәрен башлау йәһәтенән бер нисә объект буйынса ҡалышыуҙы билдәләне.
Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Азат Фазлыев юбилейға әҙерләнеүҙә бизнестың ҡатнашлығы тураһында һөйләне. Атап әйткәндә, сәнәғәт төҙөлөштәре исемлегенә дөйөм 27 миллиард һумлыҡ 51 объект ингән дә инде.
Республика Башлығы юбилей объекттарын төҙөү буйынса эште әүҙемләштерергә ҡушты, бюджет аҡсаларын тотоноуҙың һөҙөмтәлелеген контролдә тотоуҙы һәм объекттарҙың смета сығымдарын нигеҙһеҙ арттырыуға ҡул ҡуймауҙы айырым билдәләп. Рөстәм Хәмитов был эшкә етди ҡарарға, Башҡортостан халҡы өсөн яңы төҙөлөштәрҙең мөһим булыуын аңлап эш итергә саҡырҙы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика