08:47 (UTC+5), 28 Ноября 2017

Башҡортостанда 400 кеше капиталь ремонттан һуң йәшәү шарттарын яҡшыртҡан

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 2014 йылдың октябренән Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлау оҙайлы программаһы сиктәрендә өс мең самаһы күп фатирлы йортта эштәр башҡарылған. Шул рәүешле 420 меңдән ашыу кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Республика капиталь ремонт программаһын тормошҡа ашырыуҙың ҡыҫҡа ваҡытлы планына ярашлы, быйыл Башҡортостанда 1 202 йортто ремонтлау ҡаралған. Дөйөм суммаһы – 3254,4 миллион һум, һөҙөмтәлә 180 меңдән ашыу кеше йәшәү шарттарын яҡшырта ала. Тулы хоҡуҡлы вәкил ярҙамсыһы Александр Давыдов Түбәнге Новгородта үткән ултырышта шулай тип белдерҙе.
«Округта капиталь ремонт фондтарын булдырыуҙы тикшереү бина милекселәренең 86,6 проценты төбәк операторы иҫәбендә аҡса туплау ысулын һайлауын күрһәтте, 12,6 проценты аҡсаны күп фатирлы йорттарҙың махсус иҫәбендә йыя. Әле округта 17 меңдән ашыу йорт капиталь ремонтланған, 2,5 миллиондан күберәк кеше йәшәү шарттарын яҡшыртҡан», – тип билдәләне тулы хоҡуҡлы вәкил ярҙамсыһы.
Шуның менән бергә, Александр Давыдов һүҙҙәренсә, халыҡ подряд ойошмаларының ремонт эштәрен сифатһыҙ башҡарыуына зарлана. Коррупция күренештәре, ҡайһы бер вазифалы кешеләрҙең бурыстарын тейешенсә үтәмәүе билдәләнә.
Ултырыш барышында компетентлы органдарҙың вәкилдәре доклад менән сығыш яһаны.
Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса Александр Давыдов атап үтелгән өлкәлә етешһеҙлектәргә юл ҡуймау буйынса эштәр алгоритмын, шул иҫәптән ҡануниәт характерындағы, шулай уҡ төбәктең күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау фондтары эшендә хәлде тотороҡландырыу өсөн саралар әҙерләргә ҡушты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика