07:00 (UTC+5), 27 Ноября 2017

Республика халҡы географик диктант яҙҙы

Учалы гәзите
Учалы гәзите
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостан халҡы «Географик диктант – 2017» халыҡ-ара мәғариф акцияһына ҡушылды. Географик диктант яҙырға теләүселәр өсөн 26 илдә 2,3 меңдән ашыу майҙансыҡ асылды, тип хәбәр иттеләр Рус географик йәмғиәтендә.
География буйынса белем тикшереү акцияһы республикабыҙҙа ла үтте, 207 майҙансыҡ теркәлде. Республика сираттағы тапҡыр майҙансыҡтар һаны буйынса ил төбәктәре араһында алдынғы булды.
Диктантҡа өс блокка бүленгән 30 тест һорауы инде. Беренсеһендә географик атамалар һәм терминдар булды. Икенсеһендә карта менән эшләргә белеү тикшерелде, өсөнсөһөндә – сәйәхәтселәрҙең яҙмалары һәм нәфис әҫәрҙәрҙән өҙөктәр буйынса географик объекттарҙы билдәләнеләр.
Тест аноним рәүештә уҙғарылды, акция һөҙөмтәләре 25 декабргә билдәле була, уларҙы һәр ҡатнашыусыға бирелгән уникаль һан буйынса алырға мөмкин. Диктант өсөн иң юғары баһа – 100 балл. Былтыр республикала йәшәгән ете мең кешенән тик өсәүһе «бишле» алды.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика