04:20 (UTC+5), 27 Ноября 2017

Муниципалитеттар «бәхетле йәшәү рәүеше биләмәләре» булырға тейеш – Рөстәм Хәмитов

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Республикала муниципалитеттарҙы «бәхетле йәшәү рәүеше биләмәләре»нә үҙгәртеп ҡороу буйынса программаны тормошҡа ашырыу күҙаллана. Был турала Әсә көнөнә арналған байрам сараһында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе.
- Хәҙер муниципалитеттарҙы «бәхетле йәшәү рәүеше биләмәләре»нә үҙгәртеп ҡороу йәһәтенән сараларҙы тормошҡа ашырыу буйынса программа әҙерләнә, – тине төбәк етәксеһе. – Төп идея – бәхетле тормошҡа юл ғаиләнән башлана. Бында иһә, әлбиттә, күп нәмә һеҙҙән тора, ҡәҙерле әсәләр. Беҙ артабан да иң мөһим йәмәғәт институтын - ғаиләләрҙе нығытыу, ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалау буйынса эш алып барасаҡбыҙ.
Бынан тыш, Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, һәр муниципаль берәмектә Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы контролендәге структуралар барлыҡҡа киләсәк.
- Ғаилә министрлығын ойошторғас, һәр муниципалитетта тейешле структура булдырыласаҡ, ул профессиональ рәүештә көн һайын, сәғәт һайын ғаилә мөнәсәбәттәре буйынса бөтә төр һорауҙар менән шөғөлләнәсәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика