08:30 (UTC+5), 27 Ноября 2017

Башҡортостандан данлыҡлы «оркестр» ҡыҙыҡай «Зәңгәр ҡош» бөтә Рәсәй конкурсы финалына үтте

http://ptica.tv
http://ptica.tv
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Учалы районының Яңы Байрамғол ауылынан «Зәңгәр ҡош» бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыусы Ләйсән Золоторева проекттың финалына үтте. Туғыҙ йәшлек «оркестр» ҡыҙыҡай «Урал батыр» эпосынан өҙөк һәм «Сыңрау торна» башҡорт халыҡ йырын башҡарҙы. Ул жюриҙе үҙенсәлекле тауышы һәм бер нисә музыка ҡоралында уйнау һәләте менән хайран ҡалдырҙы.
Ул һәм башҡа таланттар ҡатнашлығындағы тапшырыу сыҡҡандан һуң PTICA.TV сайтында тауыш биреү уҙғарылды. Оҡшаған ҡатнашыусы өсөн аҙна дауамында тауыш бирергә мөмкин булды.
Тамашасылар ике лидерҙы – Ләйсән Золотореваны һәм Варвара Гордееваны билдәләне. Тауыш биреү бик тулҡынландырғыс булды һәм ысын ярышҡа әйләнде. Йә берәүһе, йә икенсеһе атлығып сыҡты, уларҙың ижадын яратып өлгөрөүселәр бер тауышҡа юл бирмәҫкә тырышты.
Онлайн һәм смс-тауыш биреү йомғаҡтары буйынса ике йәш артист та бер иш тиерлек тауыш йыйҙы. Тапшырыуҙы ойоштороусыларҙың ҡарары һәм «Рәсәй» каналының уртаҡ фекергә килеүе буйынса ике ҡыҙ ҙа финалға үтте, тип хәбәр ителә проект сайтында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика