11:49 (UTC+5), 27 Ноября 2017

Башҡортостан студенты — «Йыл студенты-2017» премияһы лауреаты

юғары уҡыу йортоноң сайты
юғары уҡыу йортоноң сайты
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәйҙең «Йыл студенты-2017» милли премияһы һөҙөмтәләре билдәле булды. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенты Радмила Дәүләтшина «Йыл журналисы» номинацияһында лауреат исемен яуланы. Һәр лауреат аҡсалата премия менән бүләкләнде, тип хәбәр иттеләр юғары уҡыу йортонан.
Премия фәнни, ижади, спорт, журналистика, йәштәр сәйәсәте, студенттар лидеры һәм йәмәғәт эшмәкәрлегендә айырым ҡаҙаныштарға эйә булған профессиональ мәғариф ойошмалары һәм юғары белем биреү ойошмаларында уҡыусыларҙың хеҙмәттәрен асыҡлау, ярҙам итеү һәм таныу өсөн тормошҡа ашырыла.
Быйыл төбәк этаптары илдең 72 субъектында үтте, уларҙа 300-ҙән ашыу уҡыу йорттарынан биш меңдән ашыу студент ҡатнашты. Рәсәйҙең 62 төбәгенән 230 еңеүсе — йәш ғалимдар, спортсылар, журналистар, студент берләшмәләре һәм ойошмалары вәкилдәре, мәғариф ойошмалары советы етәкселәре һәм лидерҙары финалға сыҡты.
Конкурс һынауҙары программаһында үҙең менән таныштырыу, тоталь диктант, кейстар сисеү, интеллектуаль уйындар, шулай уҡ һәр номинация өсөн махсус эштәр ҡаралғайны.
«Ҡырымдағы финал этабы ҡатмарлы ғына булды, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Башҡорт дәүләт университеты студенты Радмила Дәүләтшина. — Дүрт һынауҙы үттем. Мин һөҙөмтә менән ҡәнәғәтмен. Ҡайһы берҙә тап икенсе урын артабанғы ҡаҙаныштарға һәм еңеүҙәргә этәргес бирә».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика