02:30 (UTC+5), 24 Ноября 2017

Өфөлә «Ә һин ярҙам итә алаһыңмы?» акцияһы барышында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 80 литрҙан ашыу ҡан тапшырған

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә Республика ҡан тапшырыу станцияһында уҙған «Ә һин ярҙам итә алаһыңмы?» акцияһы барышында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 80 литрҙан ашыу ҡан һәм уның компоненттарын тапшырған. 165 хеҙмәткәр донор булған, тип мәғлүмәт килтерҙе республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Донорлыҡ акцияһы Бөтә донъя юл-транспорт ваҡиғаһы ҡорбандарын иҫкә алыу көнөнә бағышланған.
2017 йылдың башынан алып 3800 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, унда 451 кеше һәләк булған һәм 4867 кеше төрлө кимәлдә тән йәрәхәте алған.
Бөтә донъя юл-транспорт ваҡиғаһы ҡорбандарын иҫкә алыу көнө сиктәрендә Башҡортостанда бер нисә донорлыҡ акцияһы уҙа. Мәҫәлән, 22 һәм 23 ноябрҙә акция Өфө дәүләт нефть техник университетында үтте. Студенттар һәм теләгән һәр кем Республика ҡан тапшырыу станцияһының мобиль ҡан әҙерләү пунктында ҡан тапшырҙы.
Йома, 24 ноябрҙә, донорлыҡ акцияһы Ҡан тапшырыу станцияһында (Өфө ҡалаһы, Батыр урамы, 41/1) Өфө авиация техникумы студенттарын ҡабул итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика