10:00 (UTC+5), 24 Ноября 2017

Башҡортостанда 4 меңдән ашыу ир-егет декретҡа киткән

Ксения Калинина
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 2017 йылда Башҡортостанда 4,2 меңдән ашыу ир-егет бала тәрбиәләү буйынса отпуск алған. Был хаҡта республика Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә һылтанып, ТАСС хәбәр итә.
Рәсәйҙә әсәйҙәр урынына бала тәрбиәләү буйынса отпуск алған атайҙар һаны арта. 2016 йылда эшһеҙ булараҡ иҫәптә торған 4 279 көслө затҡа бала тәрбиәләү буйынса пособие түләнгән. 2017 йылдың тәүге 10 айында ошондай 4 261 ир-егет теркәлгән.
Ведомствола иҫәпләүҙәренсә, был тенденция социаль һәм коммерция яғынан ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ ролдәренең яҡынайыуы менән аңлатыла. Айлыҡ пособиеның минималь күләме беренсе балаға — яҡынса 3,5 мең, артабанғылары өсөн 7 мең һумдан ашыу тәшкил итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика